Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions Йылайыр районы — Wikipedia

Йылайыр районы

Википедия – ирекле энциклопедия

Йылайыр районы Башҡортостандың кѳнъяғында урынлашҡан. 1930-сы йылдың 20 авгусында ойошторлған. Майҙаны — 5783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Район үҙәге – Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Ѳфѳнән 410 км , Сибай ҡалаһы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Райондың 14 муниципал ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡана (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр ( 596 кеше).

2006 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 17539 кеше йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса район үҙәгендә 5861 (2746 ир-ат, 46,9 %; 3115 ҡатын-ҡыҙ, 53,1 %) кеше, ҡалған ауылдарҙа 13078 кеше (6362 ир-ат, 48,6 %; 6716 ҡатын-ҡыҙ, 51,4 %) йәшәй. 1 км2 уртаса 3 кеше тура килә. Күпселеген Башҡорттар (55,7%), урыҫтар (37,1%), сыуаштар (3,0 %), татарҙар (2,9 %) тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны түбәндәгесә:

1939 1959 1970 1979 1989 2002
28277 25830 21558 18704 18939


Район территорияһы, Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларынын каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалар: Йылайыр ятҡылығы – балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығы – балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлим – ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужа – тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицк), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарынын барлығы билдәле.

Климаты континенталь, дымлылығы етәрле түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ – тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙлар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

Район экономикаһы аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр – 56,8, сабынлыҡтар – 38,6, кѳтѳүлектәр – 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессионал училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Сельские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзите сыға.


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Static Wikipedia 2006 (no images)

aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr -
 
ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext -
fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz -
 
ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky -
la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn -
 
na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt -
qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl -
 
ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh -
yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -

Static Wikipedia 2008 (no images)

aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr - ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext - fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz - ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky - la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn - na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt - qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl - ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh - yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -