Мәсетле районы
Википедия – ирекле энциклопедия
Википедия - ирекле энциклопедия.
Мәсетле районы Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Майҙаны - 1557 км2. Башҡортостандың Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфим, Әртә райондары менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. 1932 йылда Мәсетле исеме бирелгән.
Район үҙәге 1930-1932 йылдарҙа - Дыуан-Мәсетле, 1932-1935 йылдарҙа - Ләмәҙ-Тамаҡ, 1935 йылдан - Оло Устикин ауылы.Район үҙәгенән Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) - 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) - 126 км алыҫлыҡта.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4%), татарҙар (23,6%), урыҫтар (16,6%) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ - 1 км2 16 кеше тура килә. Районда 49 ауыл бар. 2005 йылда Төрөпкилде ауылы бөтөрөлде. Ҙур ауылдар - Оло Устикин (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Устикин (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны түбәндәгесә:
1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|
26300 | 28069 | 25406 | 23408 | 25604 |
Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандары имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ ятҡылығы (Оло Устикин), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Устикин), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Устьикин), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Бартук, Оло Устикин) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) бар.
Район аша Мәсәғүт-Ачит, Оло Устикин-Балаҡатай, Оло Устикин-Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.
Төп етештереү тармағы булған ауыл хужылығы бөгөнгө көндә иҡдисади көрсөктә. Ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә мағсуслашҡан. Картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Аыул хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр - 83,7 мең, көтөүлектәр - 19,2 мең, сабынлыҡтар - 3,8 мең га майҙан биләй.
Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, "Ҡарағай" шифаханаһы урынлашҡан.
40 дөйөм белем биреү , шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 - се профессионал белем биреү училищеһе эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.
Башҡорт телендә "Беҙҙең тормош", урыҫ телендә "Наша жизнь" гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Район ауылдары
Ауылдар | 1989 | 2002 |
---|---|---|
Район буйынса бөтәһе | 23408 | 25604 |
Абдулла ауыл советы | 508 | 564 |
Абдулла | 495 | 553 |
Жвакин | 13 | 11 |
Әжекәй ауыл советы | 719 | 750 |
Әжекәй | 719 | 750 |
Әләгәҙ ауыл советы | 3139 | 3411 |
Әләгәҙ | 1186 | 1323 |
Әй | 40 | 50 |
Борғатья | 244 | 260 |
Буртаҡ | 270 | 289 |
Оло Ҡыҙылбай | 494 | 508 |
Кесе Ҡыҙылбай | 73 | 80 |
Мәләкәҫ | 282 | 274 |
Октябрьск | 501 | 580 |
Теркеле | 49 | 47 |
Оло Аҡа ауыл советы | 2002 | 1993 |
Оло Аҡа | 1227 | 1201 |
Ключевой | 197 | 210 |
Степной | 224 | 255 |
Урта Аҡа | 354 | 327 |
Оло Устикин ауыл советы | 6609 | 7812 |
Оло Устикин | 6347 | 7557 |
Сальйоғот | 262 | 255 |
Дыуан-Мәсәтле ауыл советы | 1603 | 1740 |
Дыуан-Мәсетле | 651 | 669 |
Бурансы | 215 | 220 |
Ғүмәр | 203 | 216 |
Йыланыш | 185 | 221 |
Ҡаранай | 134 | 185 |
Түбәнге Туҡбай | 215 | 229 |
Ҡорғат ауыл советы | 701 | 648 |
Ҡорғат | 402 | 350 |
Тимербай | 111 | 90 |
Юлай | 188 | 208 |
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы | 1723 | 1808 |
Ләмәҙ-Тамаҡ | 519 | 522 |
Ҡотош | 363 | 360 |
Һабанаҡ | 439 | 437 |
Һөләймән | 402 | 489 |
Кесе Устикин ауыл советы | 945 | 1226 |
Кесе Устикин | 435 | 570 |
Үрге Бобин | 16 | 15 |
Түбәнге Бобин | 494 | 641 |
Яңы Мишәр ауыл советы | 1046 | 1151 |
Яңы Мишәр | 519 | 481 |
Аҙанғол | 266 | 296 |
Көршәле | 134 | 225 |
Төрөпкилде | 4 | 0 |
Ясин | 123 | 149 |
Яңы Мөслим ауыл советы | 1082 | 1072 |
Яңы Мөслим | 1082 | 1072 |
Яңы Яуыш ауыл советы | 802 | 861 |
Яңы Яуыш | 491 | 531 |
Иҫке Мишәр | 311 | 330 |
Ростов ауыл советы | 1179 | 1093 |
Теләш | 581 | 538 |
Ишәле | 237 | 209 |
Тәкә | 361 | 346 |
Йонос ауыл советы | 1350 | 1475 |
Йонос | 373 | 382 |
Әбдрәхим | 261 | 326 |
Айып | 266 | 307 |
Тайыш | 309 | 328 |
Тимерәк | 141 | 132 |
Башҡортостан райондары |
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан.Краткая энциклопедия. —- Уфа, 2000.
- Населенные пункты Республики Башкортостан. Статистический сборник. Комитет государственной статистики Республики Башкортостан. Уфа. 2004. стр110-111