Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions Тарихи Башҡортостан — Wikipedia

Тарихи Башҡортостан

Википедия – ирекле энциклопедия

Тарихи Башҡортостан -- башҡорт ҡәбиләләре борон замандан төйәк иткән биләмәләр, ил. Боронғо яҙма сығанаҡтарҙа «Башкирь», «Башгирда», «Башкирская орда» исеме менән телгә алына. «Башкурдистан» тигән исем менән дә осрай. XVI быуатта Рәсәй дәүләтенә ирекле рәүештә ҡушылғас урыҫса «Башкирия» тип аталып йөрөтөлә башлай.

Башҡорт ҡәбиләләре һәм улар йәшәгән төбәк тураһында тәүге мәғлүмәттәр, Сәлләм Тәржемән (IX быуат), Әхмәт ибн Фаҙландың (X быуат) әҫәрҙәрендә осрай. Әл - Бәлхи (X быуат) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар ике төркөмгә бүленгән халыҡ — береһе Көньяҡ Уралда, икенсеһе Дунайҙа, Византия сиктәренә яҡын йәшәгән. Шул уҡ дәүерҙә Ибн - Руста башҡорттар үҙ аллы халыҡ булып Урал һыртын ике яҡлап Иҙел, Кама, Тубыл, Яйыҡ йылғалары араһындағы биләмәләрҙә йәшәүе тураһында бәйән итә.

Күп һанлы архиологик ҡомартҡылар, халыҡ ижадының сәсмә әҫәрҙәре булған риәүттәр, әкиәттәр, башҡорт ырыуҙарының шәжәрәләре башҡорттарҙың IX — XII быуаттарҙа үҙ алла ил булып йәшәүҙәрен, игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен, тимер һәм баҡыр эшкәртә белеүҙәрен иҫбатлай. Венгр монахы Юлиан юляҙмаларында башҡорттарҙың үҙ ханы булыуы тураҙында яҙылған.

XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XIX быуат башына тиклем арауыҡта башҡорттар көньяҡ-көнсығышта Иҙел йылғаһының һул яҡ ярынан көнсығышта Тубыл йылғаһының үрге ағымына тиклем, төньяҡта Сылва йылғаһы, Иҙелдең бөтөн һул яҡ ярын индереп, көньяҡта Яйыҡтың урта ағымына тиклем булған биләмәләрҙә йәшәгәндәр. Шулай итеп, тарихи Башҡортостан иле Иҙел буйы, Урал алды, Урта һәм Көньяҡ Урал, Урал аръяғы биләмәләрендә урынлашҡан.

Хәҙерге ваҡытта тарихи Башҡортостан биләмәләрендә Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре, Ҡорған өлкәһенең көнбайыш райондары, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш, Пермь крайының көньяҡ, Удмурт Республикаһының көньяҡ-көнсығыш, Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш, Һарытау өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш райондары, Татарстан Республикаһының Камаарьяғы өлөшө урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
Башҡа телдәрҙә
Static Wikipedia 2006 (no images)

aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr -
 
ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext -
fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz -
 
ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky -
la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn -
 
na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt -
qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl -
 
ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh -
yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -

Static Wikipedia 2008 (no images)

aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr - ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext - fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz - ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky - la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn - na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt - qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl - ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh - yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -